Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2023, 13:00

Өфөлә - ҡот осҡос фажиғә

Күп балалы атай ике улын үлтергән һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған

Өфөлә - ҡот осҡос фажиғә
Өфөлә - ҡот осҡос фажиғә

Бар республика халҡын бөгөн шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр тетрәндерҙе : 3 февралдә иртән Өфөлә ашығыс хеҙмәттәргә Степан Кувыкин урамындағы йортта ҡот осҡос үлтереү тураһында хәбәр килә. Күп балалы ғаиләлә оло фажиғә булған.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иртән күршеһенең фатирына бер ҡатын шаҡыған. Ул 10 йәшлек ҡыҙы менән булған. Күрше ҡатындың иренән хәләл ефете менән һөйләшеүен үтенгән, сөнки өйөндә  ире үҙен-үҙен белмәй тотҡан, ғауға ҡуптарған. Улар бергәләп фатирҙың ишегенә килеп еткәс, ул бикле булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән. Улар ишекте асып ингәс,  ҡот осҡос күренешкә тап булған: фатирҙа 6 һәм 13 йәшлек ике малай һәм уларҙың атаһы үле килеш табылған. Балаларҙың тәнендә бысаҡ эҙҙәре күренеп торған. Уларҙы ғаилә башлығы үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған», - тип хәбәр иткән  «Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдары.

Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән. Әле улар фажиғә сәбәптәрен тикшерә. Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ғаилә иҫәптә тормаған, ир ҙур компанияла эшләгән, отпускыла булған.

Ниндәй заман етте: ата үҙ балаһының ғүмерен ҡыя... Был хәл күптәрҙең башына һәм аҡылына ла һыйып етмәйҙер... 

Фото:itsec.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: