Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2023, 20:45

Күнекмә уңышлы үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сираттағы пост яҙған. Унда шундай юлдар бар...

Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сираттағы пост яҙған. Унда шундай юлдар бар:

“Бөгөн Павловка һыу һаҡлағысында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡушыуы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ашығыс хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу маҡсатында комплекслы күнекмә үткәрелде.

Легенда буйынса, һыу һаҡлағыс янында һауа судноһы һәләкәткә осраған, зыян күреүселәр бар. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, республиканың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереү һәм аэромобиль төркөмө, һәләкәттәр медицинаһы табиптары ебәрелгән. Эҙләү эштәренән һуң һауа судноһы һыу ятҡылығы буйында табылған. Ашығыс хеҙмәттәр ваҡиға урынына махсус транспорт - ҡаргиҙәр, аэрокәмәләр һәм һауа мендәрендәге суднолар менән килтерелгән, башҡа юлдар юҡ.

 «Экипаж ағзалары ауыр хәлдә. Ерҙән алып барып еткермәҫбеҙ», - тип белдерҙе фельдшер. Һөҙөмтәлә, уларҙы республиканың Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты менән ташыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. «Ястреб»тан эленеп тороу режимында ҡотҡарыусылар зыян күреүселәр менән бортҡа кире әйләнеү өсөн аҫҡа йүнәлде. Беҙгә ерҙәге һәм һауалағы хеҙмәттәр араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте яйға һалыу, шулай уҡ бындай хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн кәрәкле бар ҡорамалдарҙың барлығын тикшереү мөһим ине. Шуны билдәләп үткем килә: күнекмә уңышлы үтте!” - тип яҙған Ирек Сәғитов.

Фото: Ирек Сәғитовтың шәхси сәхифәһенән.

 

 

Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте
Күнекмә уңышлы үтте
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: