Башҡортостанда әлеге ваҡытта эпизоотик хәл ниндәй? Эйе, был мәсьәлә республика халҡын да, етәкселекте лә һәр саҡ борсой. Илдең ҡеүәтле ауыл хужалығы тармағы үҫешкән төбәге булараҡ, беҙгә мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттоң сирҙәренә юл ҡуйырға ярамай. Бының ни тиклем ҙур иҡтисади юғалтыуҙарға килтереүен һәр кем яҡшы аңлай.
Был аҙнала Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә лә әлеге тема көн үҙәгендә булды. Башҡортостандың ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин алдағы йылдарҙа хәлдәрҙең нисек булыуы һәм быйылға пландар тураһында һөйләне.
Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә айырыуса хәүефле сирҙәр буйынса эпизоотик хәл көсөргәнешле булып ҡала. Бөгөнгө көндә малсылыҡ тармағына ике ауырыу хәүеф менән янай: сусҡаларҙың Африка тағуны һәм ҡош-ҡорттарҙың юғары патогенлы киҙеүе. Сөнки улар барлыҡҡа килгәндә үлем осраҡтары юғары була һәм 100 процентҡа тиклем етеүе мөмкин. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: ауырыуҙар башланғанда башҡа ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн оҙайлы ваҡытҡа продукция һатыу буйынса етди сикләүҙәр индерелә.
Ауырыу менән көрәш ҡәтғи саралар талап итә
2022 йылда Рәсәйҙең 32 субъектында сусҡаларҙың Африка тағуны менән сирләүенең 141 сығанағы теркәлгән, шуларҙың 48 проценты – йорт сусҡалары, 52 проценты – ҡырағай ҡабандар араһында. Ауырыу ҡырағай фаунаға күскән.
Сирҙең килеп инеү һәм таралыу хәүефенең төп нөктәләре булып аҙ яҡланған хужалыҡтарҙа, бигерәк тә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа сусҡалар аҫралыуы һәм ҡырағай ҡабандар популяцияһы тора.
Азат Йыһаншин белдереүенсә, Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 7 декабрендәге бойороғона ярашлы, сусҡасылыҡ комплекстары тирәләй 30 километр киңлектә буфер зоналары булдырырға тәҡдим ителгән, уларҙа ҡырағай ҡабандарҙың 100 процентҡа тиклемен юҡ итеүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Шулай уҡ илебеҙ Хөкүмәтенең даими эшләүсе эпизоотик эпидемияға ҡаршы комиссия ултырыштарында биологик йәһәттән аҙ яҡланған сусҡасылыҡ предприятиеларын, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙы малсылыҡтың альтернатив төрҙәренә үҙгәртеп ҡороу буйынса саралар күрергә тәҡдим ителгән.
– Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына республикала 569 мең баштан ашыу сусҡа иҫәпләнә, шуларҙың 13 меңе генә (ике проценттан ашыуы) шәхси хужалыҡтарҙа, 97 проценттан күберәге ауыл хужалығы предприятиеларында, – тине ул. – Сусҡа үрсетеү буйынса иң эре предприятиеларҙың береһе – “Таврос” компаниялар төркөмө, уның биологик һаҡланыу кимәле бик юғары. Малдар республиканың биш районында тупланған һәм 508 мең баш тәшкил итә.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сусҡаларҙың Африка тағуны сире иң заманса предприятиеларға ла инә ала. Уның сәбәбе – сирҙең таралыу сылбыры өҙөлмәү. Ҡырағай ҡабандар, шәхси хужалыҡтарҙағы йорт сусҡалары йәки аҙ яҡланған фермер хужалыҡтарындағы малдар вирустың сусҡа комплексына үтеп инеү сылбырының йыш осраған звеноһы булып тора. Вирус ярайһы уҡ тотороҡло һәм юғары контагиозлы, төрлө ятҡылыҡтарҙа ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт һаҡлана ала.
Шуға күрә эре сусҡасылыҡ предприятиелары эргәһендә был сылбырҙы өҙөү айырыуса мөһим.
Биологик яҡлау кимәле тап килмәгән, 70-се йылдарҙа төҙөлгән аҙ яҡланған сусҡасылыҡ фермалары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Үкенескә күрә, бындай предприятиелар ҙа үтә хәүефле тип иҫәпләнә. Волга буйы һәм Урал федераль округтары биләмәләрендә чума сығанаҡтары бик күп. Татарстан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһендәге сир усаҡтарынан алып беҙҙең сиктәргә тиклем ара 100 километрҙан ашмай. Тоталь ҡырыу шарттарында ҡабандар ҡурҡышынан тынысыраҡ биләмәләргә күсә, ҡырағай ҡабан өсөн 100 километр – ул бер көндә үтә алырлыҡ ара. Күренеүенсә, сир беҙ уйлағандан да яҡыныраҡ. Шуға күрә ете районда урынлашҡан эре сусҡасылыҡ предприятиеларын һаҡлау республика властары өсөн мөһим һәм яуаплы эшмәкәрлек.
– Күреүегеҙсә, сусҡаларҙың Африка тағунын иҫкәртеү алымдары күп түгел. Был – урындарҙа эшләү, һәм уларҙың барыһы ла радикаль саралар күреүгә ҡайтып ҡала. Вирус шул тиклем хәүефле һәм аяуһыҙ, шуға күрә башҡаса сара юҡ, – тине Азат Йыһаншин.
Етәксе сусҡаларҙың Африка тағунын иҫкәртеү өсөн муниципаль берәмек хакимиәттәренә һәм сусҡасылыҡ предприятиелары етәкселәренә кәңәштәр бирҙе.
- Тотош республика биләмәһендә насар яҡланған сусҡасылыҡ хужалыҡтарын, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙы малсылыҡтың альтернатив төрҙәренә үҙгәртеп ҡороу буйынса саралар күреү;
- 2023 йылдың 1 апреленә тиклем сусҡасылыҡ предприятиелары тирәләй йорт сусҡалары һәм ҡырағай ҡабандар булмаған 30 километрлыҡ буфер зоналары булдырыу;
- республика биләмәһендә ҡырағай ҡабан популяцияһын кәметеүҙе дауам итеү;
- Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2020 йылдың 21 октябрендәге бойороғона ярашлы, сусҡа малын ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы аҫрауҙы тәьмин итеү;
- эре сусҡасылыҡ предприятиелары етәкселәренә буфер зоналарында сусҡалар һанын кәметеү буйынса булышлыҡ итеү программаһын әҙерләү.
Ҡош киҙеүе лә проблема тыуҙыра
Республикала шулай уҡ ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе буйынса эпизоотик хәл дә көсөргәнешле ҡала. Был айырыуса яҙ көнө ҡырағай ҡоштар миграцияһы һәм халыҡҡа күпләп себештәр һатылыу ваҡытында теркәлә.
Былтыр Рәсәйҙә ҡоштар киҙеүе сиренең 56 усағы теркәлгән, шуларҙың етеһе – ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларында (Ставрополь, Һарытау өлкәләре һәм Хабаровск крайы), алтыһы – ҡырағай ҡоштар араһында, 43-ө йорт ҡош-ҡорто араһында. 2021 йылда 68 сир усағы теркәлгән, уларҙың бишәүһе – беҙҙең Туймазы һәм Благовар райондарында, шул иҫәптән эре тоҡомло ҡошсолоҡ заводында. Усаҡтарҙы бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә республика райондары ойошмаларының һәм дәүләт ветеринария хеҙмәтенең шәхси составының, махсус техниканың һәм дезинфекция ҡорамалдарының бик күп физик хеҙмәте йәлеп ителгән. Ул саҡта сир сығанаҡтары уңышлы юҡҡа сығарыла, таралыуға юл ҡуйылмай. Һөҙөмтәлә республиканың имен статусы тергеҙелде һәм 2022 йыл дауамында һаҡланды. Быға аҙ яҡланған ҡошсолоҡ хужалыҡтарында ҡош-ҡорт киҙеүенә ҡаршы ваҡытында вакцинация үткәреү ҙә булышлыҡ итте. Әммә шуны оноторға ярамай: вакцинация ҡош-ҡортто был ауырыуҙан тулы кимәлдә һаҡламай һәм 70 процент тирәһе тәшкил итә.
– Шуға күрә хәүефте кәметеү өсөн өҫтәмә саралар күрергә һәм уларҙы урындарҙа мотлаҡ үтәүҙе тәьмин итергә кәрәк, – тине Азат Йыһаншин һәм был йәһәттән дә кәңәштәрен бирҙе.
- Ҡошсолоҡ предприятиелары тирәләй биш километрлыҡ буфер зонаһы төҙөп, ауыл хужалығы ҡоштарын йөрөтөүҙе тыйырға;
- йорт ҡоштарының ҡырағай күсмә һәм синантроп ҡоштар менән аралашыуына юл ҡуймаҫҡа;
- килеп сығышы билдәләнмәгән тере ҡош-ҡорт, мал аҙығы һәм ҡошсолоҡ продукцияһын һатып алмаҫҡа, ҡош-ҡортҡа термик эшкәртеү үтмәгән аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын ашатмаҫҡа;
- “асыҡ типтағы” насар һаҡланған ҡошсолоҡ хужалыҡтарында, шулай уҡ юғары хәүефле зоналарҙағы шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡортҡа вакцина яһау;
- һәр муниципаль берәмектә халыҡты себештәр һәм ҡошсолоҡ продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн махсус сауҙа урындары ойошторорға.
Хайуандарҙы тулы иҫәпкә алыу эпизоотик именлекте һаҡлау һәм тотоу нигеҙе булып тора. Һуңғы йылдарҙа республикала тап ошо маҡсатта хайуандарҙы идентификациялау һәм уларҙы һанлы мәғлүмәт системаһында теркәү әүҙем алып барыла.
Ветеринария тураһындағы законға хайуандарҙы мотлаҡ маркировкалау һәм иҫәпкә алыуға ҡағылышлы үҙгәрештәр көсөнә инер алдынан, имен булмаған төбәктәрҙән ауырыуҙар инеүгә юл ҡуймауға айырым иғтибар бирергә кәрәк.
БЫЛ МӨҺИМ
l Тотош республика биләмәһендә насар яҡланған сусҡасылыҡ хужалыҡтарын, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙы малсылыҡтың альтернатив төрҙәренә үҙгәртеп ҡороу буйынса саралар күреү;
l 2023 йылдың 1 апреленә тиклем сусҡасылыҡ предприятиелары тирәләй йорт сусҡалары һәм ҡырағай ҡабандар булмаған 30 километрлыҡ буфер зоналары булдырыу;
l республика биләмәһендә ҡырағай ҡабан популяцияһын кәметеүҙе дауам итеү;
l Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2020 йылдың 21 октябрендәге бойороғона ярашлы, сусҡа малын ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы аҫрауҙы тәьмин итеү;
l эре сусҡасылыҡ предприятиелары етәкселәренә буфер зоналарында сусҡалар һанын кәметеү буйынса булышлыҡ итеү программаһын әҙерләү.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА