Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Февраль 2023, 22:50

Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...

Көтөлмәгән ҡайғы, ҡорбандар һаны меңәрләп иҫәпләнә

Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...
Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн иртәнсәк Төркиәлә көслө ер тетрәүе булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ҡорбандар һаны 1762 кешегә еткән,  яраланыусылар – 12 мең.

Кахраманмараш, Газиантеп, Диярбаҡыр ҡалалары ныҡ емерелгән. Газиантепта тарихи ҡәлғә ҡыйралған, ә Алеппола урындағы һаҡланыу ҡәлғәһендә лә ярыҡтар барлыҡҡа килгән.

Сүриәлә ер тетрәү һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 593-кә етте, 1,4 мең кеше йәрәхәтләнеүе билдәле.  

Ер тетрәү тулҡыны Ливияла, Израилдә, Әрмәнстанда, Иракта, хатта Гренландияла тойолған. Тиҫтә илдәр Сүриә һәм Төркиәгә ҡотҡарыусыларҙы ебәреүҙәре хаҡында белдергән.

Рәсәй ҡотҡарыусылары ла ике самолетта фажиғә урынына юлланды ла инде. Ҡотҡарыу отрядына ете кинолог бригадаһы һәм һәләкәтле емерелеү зонаһында ҡотҡарыу эштәре буйынса йөҙҙән ашыу белгес инә. Шулай уҡ ер тетрәгән урындарға күсмә дауахана алып барыласаҡ, унда 40-тан ашыу медицина белгесе урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡ. Оборона министры Сергей Шойгу Сүриәләге ғәскәр төркөмөн ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итергә күрһәтмә бирҙе.

Төркиәлә был аҙнала уҡыуҙар туҡтатылған.

Бындай хәлдәрҙә һәр минут ҡәҙерле, шуға ла ҡотҡарыу эштәренә халыҡ күберәк йәлеп ителгәндә, кеше ғүмерҙәрен һаҡлау мөмкинлеге лә арта. Мәҫәлән, Төркиә киң мәғлүмәт саралары Кахраманмарашта ҡотҡарыусылар бәләкәй ҡыҙҙы емеректәр аҫтынан ҡотҡарыуы тураһында видеояҙма күрһәтә. Әлбиттә, бындай ҡотҡарылған ғүмерҙәр әле лә күп булыр, тип ышанғы килә, шуға ла ярҙам мәлендә күрһәтелергә тейеш. Ә был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап алып ҡалғандыр.    

Фото: скриншот.

Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...
Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...
Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...
Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...
Был ҡыҙҙы үлемдән фәрештәләр аралап ҡалғандыр...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: