Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Февраль 2023, 21:45

Үлемесле аварияларҙы кәметеүгә өлгәшкәндәр

Төбәк юлдарында үлем күрһәткесе – 15, федераль трассаларҙа 48 процентҡа кәмегән.

Үлемесле аварияларҙы кәметеүгә өлгәшкәндәр
Үлемесле аварияларҙы кәметеүгә өлгәшкәндәр

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу саралары тикшерелде.

Был бурысты үтәү өсөн 2022 йылда республикала 1 335 километр юл төҙөкләндерелгән, 18 875 билдә ҡуйылған һәм алмаштырылған, 121 километр ҡаршылыҡ һәм 19 километр йәйәүлеләр ҡоймалары монтажланған, 387 километр трасса яҡтыртыу системаһы менән йыһазландырылған.

Был эш ыңғай һөҙөмтә бирә, тип билдәләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Әйтәйек, 2022 йылда Башҡортостан юлдарында 3441 юл-транспорт ваҡиғаһы булған (2021 йылға ҡарағанда 424-кә аҙыраҡ). Төбәк юлдарында үлем күрһәткесе – 15, федераль трассаларҙа 48 процентҡа кәмегән.

Башҡортостан Башлығы артабанғы эштең өҫтөнлөклө бурыстарын билдәләне. Улар иҫәбендә – юлдарҙың сифатын тәьмин итеү һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү системаларын үҫтереү буйынса комплекслы саралар. Бынан тыш, төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса республикала хәүефһеҙлекте арттырыу буйынса шәхси саралар һәм тәҡдимдәр әҙерләү өсөн трассаларҙың иң хәүефле участкаларына анализ яһаласаҡ.

– Бындай проекттарҙы эш тәртибендә тормошҡа ашырырға, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә иң күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән муниципаль-ара юлдарҙы өйрәнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, Өфө-Благовещен автомобиль юлында былтырҙан алып индерелгән саралар комплексы тәүге ыңғай тәжрибә булды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: