Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль 2023, 14:00

Балаҡайҙар имен-һаумы?

Төркиәлә һәм Сүриәлә булған ер тетрәүе бар халыҡты шаңҡытты. Унда уҡыған башҡорт балалары ни хәлдә, яҙмала уҡығыҙ.

Балаҡайҙар имен-һаумы?
Балаҡайҙар имен-һаумы?

Кисә, 6 февралдә оло фажиғә – Төркиәлә һәм Сүриәлә көслө ер тетрәүе булды. Был хәл Башҡортостанда йәшәүселәрҙе лә шаңҡытмай ҡалманы. Күптәр Төркиәлә белем ала, ял итергә йөрөй, бихисап яҡташтарыбыҙ унда йәшәй.

"Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, танылған шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың ҡыҙы һәм туғанының улы Төркиәлә белем ала. Бөгөн ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә түбәндәге яҙманы ҡуйҙы.

"Беҙ төндә йылы юрған аҫтында ятҡанда унда меңәрләгән халыҡ емереклектәр аҫтында ярҙам һорай ине. Әле лә ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Һәләк булғандарҙың исемлеге минут һайын ҙурая бара. Әлеге мәлдә Төркиәлә, Сүриәлә һәм күрше тағы бер нисә илдә үлгәндәр һаны биш меңгә яҡын. Яралылар иһә егерме меңдән ашҡан.

Кисәге ҡот осҡос көн һәм төн башында аҡылы булған бар халыҡты уйланырға мәжбүр иткәндер. Бер кем дә, бер нәмә лә мәңгелек түгел. Изгелеккә хеҙмәт итеп өлгөрһәк ине!

Бына өс йәшлек кенә төрөк ҡыҙын таштар аҫтынан сығарғанда бала, әсәйемде лә ҡотҡарығыҙ, тип үтенә, ҡотҡарыусы тамағындағы төйөрҙө йотоп, ярай, тигән була. Сүриәлә нисәнселер ҡатта кирбестәргә ҡыҫылып баштүбән эленеп торған балаға ерҙәге туғаны, ҡурҡма, ҡустым, минең арттан ҡабатла, тип шәһәдә әйттерә... Бер ерҙә емереклектәр аҫтында бәпес тыуған, уны ҡотҡарҙылар. Интернетта видеолар бик күп, уларҙы тыныс ҡарап булмай.

Кисә таң менән һеңлемдең улы Сынбулатҡа яҙабыҙ, һин нисек, тип. Ул Самсунда уҡый. Һелкетте-е, әммә минең менән барыһы ла яҡшы тип яҙа, Башҡортостандан балалар уҡыған ҡаларҙа тыныс, ярай, уныһына шөкөр. Күбеһенең ата-әсәһе менән шылтыратышып алдыҡ, имендәр, тип еңел һуланыҡ.

Шанлыурфала, Аданала, Газиантепта - мине ваҡытында өйҙәрендә ҡабул иткән ҡәҙерле дуҫтарым йәшәгән ҡалаларҙа әллә күпме йорттар емерек, иҫән генә була күрһендәр. Ҡыҙым менән быйыл бер бүлмәлә йәшәгән Хатай ҡыҙҙарына яҙабыҙ, уҡымайҙар, таңға тиклем көтөп, хәлдәрен белә алмай йоҡлап китте балам. Улар ҙа, әле ҡыҙым һымаҡ, өйҙәренә каникулға ҡайтҡан ине. Хатай - ер иң көслө тетрәгән ҡалаларҙың береһе. Төндә ҡыҙымдың Мерсиндәге бер иптәше яуап бирҙе, өйҙәргә ҡайтырға рөхсәт юҡ, ғаиләм менән машинала ултырабыҙ, ҡар яуа, тип.

Доғаларыбыҙ ҡазаланыусыларға аҙ ғына булһа ла еңеллек килтерһен. Килер ҡазалар шуның менән бөтһөн! Еребеҙҙең һәммә тарафында ла тыныслыҡ булһын, изгелек тантана итһен ине! Кеше тәбиғәт алдында көсһөҙ, бер генә нәмә - Аллаһ Тәғәлә алдына ни намыҫ менән барып баҫыу ғына - үҙебеҙҙән тора..."

Фото һәм сығанаҡ: Гөлнара Хәлфетдинованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Балаҡайҙар имен-һаумы?
Балаҡайҙар имен-һаумы?
Балаҡайҙар имен-һаумы?
Автор: Карима Усманова
Читайте нас