Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль 2023, 08:30

Төркиәләге ер тетрәүенә бәйле "ҡыҙыу элемтә" эшләй

Был илдә ял иткән, шулай уҡ унда эшләгән, йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә күп. Ә ҡорбандар һаны сәғәтләп түгел, минутлап арта бара...

Төркиәләге ер тетрәүенә бәйле "ҡыҙыу элемтә" эшләй
Төркиәләге ер тетрәүенә бәйле "ҡыҙыу элемтә" эшләй

6 февралдә Ер шарында ҙур фажиғә – Төркиәлә, Сүриәлә көслө ер тетрәү теркәлде. Кахраманмараш, Газиантеп, Диярбаҡыр ҡалалар ныҡ емерелгән. Ер тетрәү тулҡыны Ливияла, Израилдә, Әрмәнстанда, Ираҡта, хатта Гренландияла тойолған.

Ҡорбандар һаны сәғәтләп түгел, ә минутлап арта бара. Был илдәрҙәге фажиғә башҡа илдәргә лә ҡағылмайынса ҡалмаясаҡ, сөнки Төркиә - туристарҙың яратҡан ял итеү урыны. Бигерәк тә Рәсәй халҡы унда бик теләп ял итә, шулай уҡ унда эшләгән, йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә күп.

Әле Төркиәләге Рәсәй туристары өсөн "ҡыҙыу элемтә" асылған: юллама буйынса ял итеүселәр өсөн: +7 (499) 678-12-03, үҙаллы ял итергә барғандар өсөн: +7 (495) 695-45-45.

Фото: m24.ru

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас