Насар яңылыҡ Әбйәлил районынан килде. “Мой Башкортостан” баҫмаһы хәбәр итеүе буйынса, ҡатын ике ҡыҙы менән апаһына ҡунаҡҡа килгән. Йоҡларға ятыр алдынан апалы-һеңлеле әҙерәк эскән.
Иртән иһә әсә кеше һигеҙ айлыҡ ҡыҙын иҙәндән тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала үлгән була.
“Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бала әсәһе менән бергә йоҡлап киткән, ул карауаттың ситендә ятҡан. Бәлки, бала яңылыш ҡолап төшкәндәр, бәлки, һаулығында кәмселектәр булғандыр. Үлем сәбәбен асыҡлар өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрер кәрәк”, – тигән хәлде белгән сығанаҡ.
Әле был ваҡиға буынса тикшереү башланған.
Фото:lyonsbrivilave.com