Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәүенә өс тәүлектән ашыу ваҡыт үтте. Төркиәлә һәләк булғандар һаны 14 315 кешегә еткән, яраланыусылар 64 меңгә яҡын. Илдә танылмаған мәйеттәрҙе 24 сәғәт эсендә ерләргә ҡушылған.
Ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙләү буйынса көнө-төнө эшләй. Мөғжизәләр бар. Мәҫәлән, Эльбистанда 60 сәғәттән һуң ҡыҙҙы ҡотҡарыуға өлгәшкәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был илдә ер тетрәүҙәр дауам итә. Төрөк сейсмологы Доган Перинчек белдереүенсә, киләһе көслө ер тетрәүе Чанаккале порты районында булыуы ихтимал. Уның һүҙҙәренсә, яҡынса 250 йылға бер был урында 7 магнитудалы ер тетрәүе була, һуңғыһы 287 йыл элек теркәлгән.
“Ваҡыты етте, көтөлмәгәндә ер тетрәүе башланыуы ихтимал. Мәрмәр диңгеҙҙә алып барған күҙәтеүҙәрем был күҙаллауҙы раҫлай”, – тине Перинчек.
Төркиәнең үҙәк өлөшөндә 4,8 магнитудалы ер тетрәүе теркәлгән, Кахраманмараштан 44 километр алыҫлыҡта. Шул уҡ ваҡытта Индонезияла ла 5,8 магнитудалы ер тетрәүе күҙәтелгән.
Төркиәләге хәлдәр тураһында журналистика бүлегендә уҡыған төркөмдәш төрөк егеттәренән һораштыҡ.
“Беҙ йәшәгән Кайсерила өйҙәр емерелмәне, әммә ер тулауын дауам итә. Фатирыбыҙға инә алмайбыҙ, ҡурҡабыҙ. Урамда йөрөйбөҙ, ә тышта 10 градус һыуыҡ”, – тине Фуркан.
Өфөлә Төркиәлә ер тетрәүҙән зыян күргәндәргә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған. Ярҙамды “Эврен” кафеһы янында пунктта ҡабул итәләр, адресы: Үрге сауҙа урамы, 6. Төркиәгә гуманитар ярҙам ебәреү өсөн тағылмаһы булған автомобиль торасаҡ. Бөтә һорауҙар буйынса +7 (917) 404-49-01 телефонына шылтыратырға мөмкин. Йылытҡыстар, яңы одеялдар, яңы ҡышҡы кейемдәр, йоҡо тоҡтары, термос, пауэрбанктар килтерергә мөмкин.
Фото: скриншот.