Новосибирск өлкәһе губернаторы ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, 10 февраль төбәктә матәм көнө тип иғлан ителде. Ошоға ярашлы, бөгөн өлкә хөкүмәте бинаһында дәүләт флагтары төшөрөлгән. Был 9 февралдә Новосибирск ҡалаһындағы Линейный урамында булған фажиғәгә бәйле.
Кисә, 9 февралдә, 07:39 сәғәттә Новосибирск ҡалаһында күп ҡатлы йортта газ шартланы. Әле 14 кешенең һәләк булыуы билдәле.
Энергетик хәүефһеҙлек милли фонды ҡарамағындағы газ мәсьәләләре буйынса генераль директор урынбаҫары Алексей Гривач әйтеүенсә, был фажиғәләргә илткән сәбәптәр күп булыуы мөмкин.
— Ябай иғтибарһыҙлыҡтан алып газ ҡорамалдарын рөхсәтһеҙ ҡуйып, ҡулланыуға тиклем. Аварияларҙың күбеһе газ ҡорамалдарын тейешенсә ҡулланмау менән бәйле. Әммә Новосибирскиҙа фажиғә нимәнән килеп сыҡҡаны тикшереү барышында асыҡланасаҡ, - тине ул.
Унан алда, 7 февралдә, Тула өлкәһенең Ефремов ҡалаһында биш ҡатлы йортта газ шартлап, бер подъезд емерелеп төшкәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда һигеҙ кеше һәләк булған.
Ғөмүмән, был ике фажиғәлә бөтәһе 22 кеше һәләк булды. Ҡот осҡос фажиғә! Шуға ла газ менән һаҡ эш итегеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәгеҙ. Газға бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, шунда уҡ махсус хеҙмәтте саҡырығыҙ. Зәңгәр яғыулыҡ бер яҡтан иң уңайлы яғыулыҡ булһа, икенсе яҡтан ҙур хәүеф сығанағы булып тора.
— Әгәр газ еҫе сыҡһа, тәүҙә тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе һәм мөмкин булғандың барыһын да асығыҙ, электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ, электр утын ҡабыҙып-һүндереү ҡорамалдарына теймәгеҙ, йәғни бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Күршеләргә хәбәр итегеҙ һәм, мөмкин булһа, бүлмәнән сығығыҙ. Әлбиттә, шунда уҡ газ хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, – тип кәңәш итә был өлкәләге белгестәр.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан, 9111.ru