Көслө ер тетрәү арҡаһында Төркиә өс метр самаһы күскән. Был турала Италияның Геофизика һәм вулканология милли институты президенты Карло Дольони “Corriere della Sera” гәзитенә биргән интервьюһында белдергән. Катастрофаға бәйле Ғәрәбстан плитаһы Төркиә урынлашҡан Анатолий плитаһына ҡарата өс метрҙан ашыуға шылған.
6 февралдә Төркиәлә булған ер тетрәү был ил тарихында күп ҡорбандар килтергән икенсе ваҡиға булып тора: үлгән кешеләр һаны 18991-гә еткән. 1939 йылда булған ер тетрәүе 33 меңгә яҡын кешенең ғүмерен өҙгән. 1999 йылда Измиттағы ер тетрәүҙә 18373 кеше һәләк булған.
Стамбул мэры белдереүенсә, ер тетрәгән осраҡта ҡалалағы 90 меңдән ашыу бина хәүефле зонаға инә һәм уларҙың емерелеүе ихтимал.
Төркиәлә 95 меңдән ашыу кеше ер тетрәү һөҙөмтәһендә етем ҡалған балаларҙы уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алырға теләк белдергән.
Сүриә президенты Башар Асад ер тетрәгән урындарҙа булды һәм: “Ер тетрәгәндән һуң Сүриәлә хәл бик ауыр”, – тип белдерҙе.
Фото: vk.com, aa.com.tr.