Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2023, 17:30

Улар ҡайтырға тейеш булған, тик малайҙары ауырып киткән...

Һәләк булғандар араһында Рәсәй граждандары ла бар

Улар ҡайтырға тейеш булған, тик малайҙары ауырып киткән...
Улар ҡайтырға тейеш булған, тик малайҙары ауырып киткән...

Төркиәлә һәм Сүриәлә ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Төркиәлә ҡорбандар һаны 21043-кә еткән, яраланыусылар һаны – 80097, 92 меңдән ашыу кешене эвакуациялағандар.

Бөгөн ер тетрәүгә алты көн тулды, шулай булһа ла ҡотҡарыу эштәре туҡтамай, сөнки емеректәр араһынан әле лә тере ҡалған кешеләр табылып тора. Мәҫәлән, Төркиәнең Адыяман ҡалаһында, йорт емерелгәндән һуң 127 сәғәт уҙғас, 60 йәшлек ирҙе тапҡандар. Бындай мөғжизәләр булып тора.

Төрөк властары белдереүенсә, Төркиәләге ер тетрәү көсө 500 атом бомбаһы шартлауы көсөнә тиң булған. Ер тетрәү ике минут дауам иткән. Унан һуң илдең көньяҡ-көнсығышында ике меңдән ашыу ҡабатланған тулҡын булған һәм улар әле лә дауам итә, тип бердерә тәбиғәт ғәрәсәттәрен бөтөрөү буйынса идаралыҡ.

Реджеп Эрдоган белдереүенсә, 6 феврәлдә Төркиәләге ер тетрәү 1999 йылдағы һәләкәттән өс тапҡырға ҡеүәтлерәк булған.

Шул уҡ ваҡытта Төрөкиәлә ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелгән биналарҙы төҙөгән кешеләрҙе ҡулға алыуҙар бара. Уларҙы биналарҙы етешһеҙлектәр менән төҙөү арҡаһында ер тетрәгәндә емерелеүҙә ғәйепләйҙәр. Әле һигеҙ кеше ҡулға алынған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандар араһында Рәсәй граждандары ла бар. Мәҫәлән, 10 февралдә иртәнсәк ҡотҡарыусылар емеректәрҙе һүткәндә ҡатын менән баланың кәүҙәһен таба. Улар Рәсәй граждандары булып сыҡҡан. Һәләк булыусыларҙың туғандары һөйләүенсә, Ирина менән Аталай Эретли ике улы менән Мәскәүҙән Төркиәгә иренең туғандарына ҡунаҡҡа киләләр — Аталайҙың ялы булған. Төркиәнең иң ныҡ зыян күргән райондарының береһендә, Хатай янында, йәшәгәндәр. Мәскәүгә иртәрәк ҡайтырға уйлағандар, әммә кесе улы ауырып киткән. Һөҙөмтәлә ғаилә һәләк булған.

Әйткәндәй, Рәсәй ҡотҡарыусылары беренсе көндән үк ярҙамға барҙы, бер аҙҙан уларға Башҡортостан Республикаһынан да ҡушылдылар.   

Фото: 9111.ru, msk1.ru

Улар ҡайтырға тейеш булған, тик малайҙары ауырып киткән...
Улар ҡайтырға тейеш булған, тик малайҙары ауырып киткән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: