Төркиәлә ер тетрәү булғанға ете тәүлек үтте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар һаны 24,6 меңдән ашҡан, зыян күреүселәр ҙә 90 меңгә яҡын иҫәптәнә.
Әле лә ҡотҡарыу эштәре туҡтамай. Уға Башҡортостан ҡотҡарыусылары ла йәлеп ителгән. Кисә улар тағы ла бер ғаиләне ҡотҡарыуҙары тураһында хәбәр итте.
– Беҙ икенсе тәүлек эшләй инек. Эш көнө аҙағында өс кешенән торған ғаиләне таптыҡ. Емереклектәрҙе һүткән саҡта ҙур булмаған тишек уйҙыҡ һәм унан тауыштар ишетелде. Артабан Төркиә ҡотҡарыусылары менән бергә ир, ҡатын һәм уларҙың балаһын сығарып, ашығыс медицина хеҙмәтенә тапшырҙыҡ. Был ваҡиға бик ҡыуандыра, алты көндән һуң да иҫән ҡалған кешеләрҙе емереклектәр аҫтынан табыу мөмкин булды, – тип белдерҙе беҙҙең ҡотҡарыусылар.
“Беҙҙең егеттәр, ирекмән-ҡотҡарыусылар эшләй. Улар бер кешене ҡотҡарһа ла, бының бушҡа түгеллеген аңлайбыҙ. Эшләгеҙ, туғандар!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Шул уҡ ваҡытта Төркиәлә тергеҙеү эштәре алып барыла. Ундағы транспорт ведомствоһы хәбәр итеүенсә, Адана-Газиантеп трассаһында емерек участкаларҙы ремонтлағандар. Шулай уҡ катастрофа үҙәге булған Кахраманмарашта юл төҙөкләндерелә. Хатай аэродромында осоу һыҙаты тергеҙелә.
Фото: скриншот.