Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2023, 18:10

Юл хәүефһеҙлеге - иғтибар үҙәгендә

"Транспорт сәғәтендә" проблемалы юлдарҙы тикшерҙеләр. 

Юл хәүефһеҙлеге - иғтибар үҙәгендәЮл хәүефһеҙлеге - иғтибар үҙәгендә
Юл хәүефһеҙлеге - иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Транспорт сәғәтен” үткәрҙе. Көн тәртибендә – төбәк юл селтәрҙәренең сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләре.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының 47 километрын ремонтлау проекты тураһында хәбәр итте. 2023 йылда 24 километр трассаны нормаға ярашлы хәлгә килтереү, ә эштәрҙе 2024 йылда тулыһынса тамамлау күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районына эш сәфәрҙәренең береһендә юлды ҡарауҙы графикка индерергә ҡушты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ муниципаль-ара трассаларҙа аварияларҙы кәметеү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың февраль башында Радий Хәбиров юл-транспорт ваҡиғалары күп булған хәүефле участкаларға айырым ҡараш булдырырға тәҡдим иткәйне.

Александр Клебанов, ЮХХДИ менән берлектә беренсе этапта Нефтекама-Дүртөйлө трассаһында 88 километр оҙонлоҡтағы саралар комплексын эшләү маҡсатҡа ярашлы, тип хәбәр итте. Һуңғы өс йылда ошо участкала юл-транспорт ваҡиғаһында 27 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Тәҡдимдәр иҫәбендә – юл билдәләре һәм светофорҙар ҡуйыу, билдәләр төшөрөү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәү камераларын монтажлау, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының юл-пост хеҙмәте дежурлығын ойоштороу.

– Был юлды эшкә алабыҙ. Киләһе аҙнала ошо трассала ниндәй саралар ҡулланылыуы тураһында ентекле доклад көтәм, – тине Радий Хәбиров.

Өфө урамдарында хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн 2023 йылда заманса һәм сифатлы юл билдәләренә өҫтәмә аҡса бүленә. Уны яңыртыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум йүнәлтелә. Тағы ла 100 миллион һумды муниципалитет бүлә.

“Транспорт сәғәте”ндә 2023 йылдың 1 июненә тиклем 20 туристик автобус һатып алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 2022 йылда “Башавтотранс” ошондай класлы тәүге машиналар һатып алды.

Бынан тыш, кәңәшмәлә ауылдарҙың район үҙәктәре менән транспорт бәйләнеше мәсьәләләре, шулай уҡ “проблемалы” юлдар исемлеген әҙерләү тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда урындағы әһәмиәттәге юлдар төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонтҡа 4 миллиард һум аҡса бүлергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас