Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Йылайыр районының Яманһаҙ ауылы эргәһендә үлемесле юл- транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Асыҡланыуынса, ҡаршыға килгән "Лада Приора" менән "Лада Гранта" Юлдыбай-Аҡъяр-Сара юлының 7-се саҡрымында бәрелешкән. Һөҙөмтәлә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Дүртәүһе, шул иҫәптән бала йәрәхәтләнгән. Ваҡиға урынында тикшереү эше башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.
Көндәр боҙолоу сәбәпле, юлдарҙа күреү мөмкинлеге насарая, шуға күрә автомобиль водителдәренә иғтибарлы булыу талап ителә. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"