Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Февраль 2023, 15:30

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр...

Кем ғәйепле, нисек уйлайһығыҙ?

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр...
Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр...

“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Подслушано Ишимбай” төркөмөндә ике ат сабып килеп, береһе юл ситендә торған машинаға барып менә һәм кире төшөп артабан юлын дауам итеүе тураһында видеояҙма һалғандар. Машина эсенән ике ир килеп сыға һәм баштарын тотоп аптырауға ҡала. Яҙмала күренеүенсә, автомобилдең алды селпәрәмә килгән: капоты йәмшәйгән, алғы тәҙрәләре ярылған. Был осраҡта уның эсендә ултырған кешеләр нисек тере ҡалған икән тигән уй тыуа.

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр инде, тик ултырғанда ла ошондай хәлгә ҡалыуың ихтимал.

Ә шулай ҙа был осраҡта, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, малын ҡарауһыҙ сығарған хужаға ла яуап бирергә тура киләсәк.  

 

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: