Мәләүездә туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала күп кенә өлкәндәр ҙә эшләй алмағанды башҡарған. Ул үҙен батырҙарса тотоп, янғындан өс туғанын ҡотҡарған.
Янғын күп балалы ғаилә йәшәгән шәхси йортта сыҡҡан. Был ваҡытта туғыҙ йәшлек Влада, һигеҙ йәшлек Маша, алты йәшлек Слава һәм өс йәшлек Артем өйҙә яңғыҙҙары булған. Әсәләре тиҙгә генә тип магазинға киткән булған.
Влада нимәнеңдер янғанын аңғарып төпкө бүлмәгә йүгереп килеп сыға. Был саҡта унда обой һәм шторалар яна башлаған, ә ингән бүлмә төтөн менән тулған. Ҡыҙыҡай юғалып ҡалмаған, ҡустыларын һәм һеңлеләрен тиҙ генә өйҙән сығарған һәм күршеләренә индергән. Шунда уҡ әсәһенә шылтыратып янғын сығыуы тураһында хәбәр иткән. Саҡырылған ҡотҡарыусылар тиҙ генә утты еңеп сыға, табиптар ярҙамы бер кемгә лә кәрәкмәй.
Мәләүездең битараф булмаған кешеләре ғаиләгә аҡса һәм әйберҙәр менән ярҙам итә. Әле ғаилә ваҡытлыса туғандарында йәшәй. Иң мөһиме, бөтәһе лә иҫән.
Фото: "Моя Уфа".