Кисә төн менән ҡотҡарыусыларға хәбәр килә: йорт яна. Янғын Яңауыл ҡалаһының Чкалов урамында сыға. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы көстәре юллана.
Янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта ағас йортто ут ялмап алған була. Улар тиҙ арала эшкә тотона һәм күп тә үтмәй дүрт квадрат метрҙа сыҡҡан утты һүндереүгә өлгәшә. Ҡотҡарыусылар йорттан ике ирҙе һөйрәп сығара. Урынға килеп еткән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте табиптары реанимация саралары башҡарып ҡарайҙар, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә йән биргән була.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында министрлыҡтың тәфтишселәре эшләй.
Ҡотҡарыусылар сираттағы тапҡыр халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡһыҙ эш итмәгеҙ. Төнгөлөккә мейес һәм электр приборҙары һүндерелергә тейеш. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу янғын сығыуға, йәрәхәтләнеүгә һәм мөлкәттең зыян күреүенә килтерә.
Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефондарын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - 101 һәм 112.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.