Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Февраль 2023, 16:30

Тюбингта шыуам тип...

21 йәшлек егеттең ғүмере фажиғәле өҙөлгән

Тюбингта шыуам тип...
Тюбингта шыуам тип...

Кисә Бөрө районының Суслов ауылы халҡы өсөн экстремаль күңел асыу фажиғә менән тамамланған. Ял көндәрендә 21 йәшлек егет Суслов ауылындағы дачаға ҡунаҡҡа килгән. Таныштары менән ауыл буйлап йөрөргә булған. Бының өсөн автомобилдең һығылмалы арҡанына тюбинг беркетелгән. Егет ултырған тюбинг "ВАЗ-2111" автомобиленә тағылған. Ниндәйҙер мәлдә ул кәйелеп, «плюшка»ны эйәртеп ҡаршы һыҙатҡа ташлай һәм шунда «Лада Гранта» менән бәрелешә. Көслө бәрелеү һөҙөмтәһендә ир кеше ваҡиға урынында уҡ йәрәхәттәрҙән вафат була.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, үлемесле автоавария факты буйынса «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар иткән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ведомство башлығы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булырға, хәрәкәттең эҙемтәләре тураһында уйларға мөрәжәғәт итте.

Уҙған тәүлектә юлдарҙа бөтәһе алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән булған, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм алтауһы йәрәхәтләнгән.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: