Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 24 февралдә, янғында өлкән йәштәге ирҙең ғүмере өҙөлгән. Ведомствоға йорт яныуы тураһында хәбәр иртәнге сәғәт 7-се 06 минутта килгән. “Ҡыҙыл әтәс” Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында сыҡҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, район үҙәгенең ирекле янғын һүндереү командаһы 4/6 метр ҙурлығындағы ағас йорттағы янғынды һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән саҡта 1958 йылғы өй хужаһының мәйете табылған. Әле белгестәр янғындың сәбәбен асыҡлай, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй.
Шулай уҡ бөгөн янғын сығыу осрағы Шишмә районының Келәш ауылында ла теркәлгән. "Янғын 6х8 метр ҙурлығындағы бүрәнә йортҡа байтаҡ зыян килтергән. Үкенескә күрә, конструкцияларҙы ҡойоу һәм һүтеү барышында 1965 йылғы ир-егеттең кәүҙәһе табылған", - тип хәбәр ителә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Янғын бик ҡурҡыныс, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Түшәктә, бигерәк тә иҫерек килеш һәм ныҡ йоҡо килгән саҡта тартмағыҙ. Электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ, төҙөк электр приборҙары менән генә файҙаланығыҙ. Мейес яғырға йыйынһағыҙ – бында ла һаҡ булғыҙ, яғыу өсөн яғыулыҡ шыйыҡсаларын файҙаланыу тыйыла.
Янғын ваҡытында 101 йәки 112 шылтыратығыҙ.
Фото: fn-volga.ru