Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Февраль 2023, 16:00

Көнләшеү... өс кешенең башына еткән

Йәш егет тәүҙә һөйгәне менән уның дуҫының башына етә, һуңынан... 

Көнләшеү... өс кешенең башына еткән
Көнләшеү... өс кешенең башына еткән

Был хәл бар республиканы тетрәтте. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында көнләшеү өс кешенең ғүмерен өҙөүгә килтерә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 йәшлек егет көнләшеүе арҡаһында 16 йәшлек элек йөрөгән ҡыҙын һәм уның яңы 20 йәшлек егетен бысаҡ менән сәнскән. Улар күп тә тормай йән биргән.

Бынан һуң студент егет йәшенергә була. Тәүҙә ул атаһының машинаһы менән ҡасырға уйлай, тик аҙаҡ үҙенең “ВАЗ 2114” автомобиленә ултыра һәм Өфө яғына сыҡып китә. Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, уның машинаһына ориентировка ебәрелә. Автомобилде ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала. Хоҡуҡ һаҡсыларын тойған енәйәтсе тиҙлекте арттыра һәм ҡаса башлай. Шул саҡта ул ҡаршыһына килгән “Лада Гранта”ға бәрелә. Һөҙөмтә йәнә аяныслы: “Гранта” водителе урында һәләк була. Ә егет ауыр хәлдә реанимацияға эләгә. Был ике осраҡ буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алып йөрөгән егет яңыраҡ һөйгән ҡыҙы менән ташлаша, әммә улар дуҫтарса аралашыуын дауам итә. Ә бына ҡыҙҙың яңы һөйгәне барлыҡҡа килгәс, ул быны күтәрә алмай. Егет бысаҡ, сүкеш ала ла, атаһының машинаһында уларҙы күҙәтә башлай. Уңайлы осраҡ килеп сыҡҡас иһә, икеһен дә һәләк итә.

Әле егет ауыр хәлдә дауаханала. Хоҡуҡ һаҡсыларына ул аварияны үҙен-үҙе үлтерер өсөн юрамал ойоштороуо тураһында әйткән.

Грантала иһә аталы-уллы китеп барған. 61 йәшлек ир урында вафат булған. Ул 34 йыл водитель булып эшләгән, бер штрафы ла булмаған. Уның янында ултырған 37 йәшлек улы ҙур булмаған йәрәхәттәр алған.

Фото: "Маш-Баташ" телеграм каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: