Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Февраль 2023, 08:35

Беҙҙә буран. Ә һеҙҙә нисек?

Республикала юлдар ябылды...

Беҙҙә буран. Ә һеҙҙә нисек?
Беҙҙә буран. Ә һеҙҙә нисек?

Башҡортостандың бөтә биләмәһен дә тиерлек бурандар баҫып алды. Улар үткән аҙнала уҡ башланғайны, бөгөн төндә иһә бөтөнләй ҡоторҙо. Һөҙөмтәлә, республикала федераль һәм төбәк кимәлендәге юлдарҙа сикләүҙәр индерелде. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә.

Шулай итеп, “Приуралье” юлдар идаралығының бойороҡ акттары менән бөгөн 06.40 сәғәттән ҙур йөк автомобилдәре, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары өсөн М-5 Урал федераль трассаһының 1478-се километрынан 1548-се километрына тиклем (Иглин районы биләмәһе) сикләү индерелде. Сикләү ваҡыты сәғәт унға тиклем тип билдәләнде, әммә буран тынмаһа, ул дауам итәсәк.

Ошондай уҡ акт менән иртәнге 7-лә федераль әһәмиәттәге Р-240 Өфө – Ырымбур юлында ла сикләүҙәр индерелде. Ул юлдың 112-с километрынан 272-се километрға тиклем ғәмәлдә. Был Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары. Сикләү ваҡыты иртәнге унға тиклем тип күрһәтелгән.

Бынан тыш кисә, 20 сәғәттән пассажир автобустары, маршрут һәм еңел таксиҙар, йөк машиналары өсөн сикләү М-5 Урал “Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе” юлының 1194+500-ҙән 1375+000 километрына тиклем дә индерелгәйне. Ул иртәнге 8-гә тиклем ғәмәлдә ине, әле сикләүҙең сәғәт унға тиклем оҙайтылыуы билдәле булды.

Юлдағы сикләүҙәрҙең сәбәбе билдәле – түбәнге буран, көслө ел, ныҡ итеп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге сикләнеү.

Үткән тәүлек эсендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар буйынса бөтәһе 194 хәбәр килгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре биш тапҡыр урынға сығып, 10 кешене, шул иҫәптән биш баланы (Белорет, Өфө, Туймазы, Дүртөйлө райондары биләмәләрендә) эвакуациялаған. Зыян күреүселәр юҡ. 

Ә һеҙҙең районда хәлдәр нисек? Буран бармы? Яҙығыҙ, фотолар һалығыҙ. 

Фото: saratov24.tv

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: