Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Февраль 2023, 21:00

Ҡар кеше башына еткән

Бейеклектә эшләгәндә тейешле һаҡланыу сараһын күрмәү оло бәләгә килтергән.

Ҡар кеше башына еткән
Ҡар кеше башына еткән

Бөгөн Күмертау ҡалаһында шәхси йорттоң ҡарын таҙартҡанда ир һәләк булған. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

– Республикала тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана: көслө ҡар яуыуы һәм буран йылы температура менән алмашына. Был иһә боҙ һәм шәре барлыҡҡа килеүенә, шулай уҡ бина ҡыйығында ҡарҙың күп йыйылыуына булышлыҡ итә. Бөгөн Күмертау ҡалаһында шәхси йорт ҡыйығын ҡарҙан таҙартҡанда 70 йәшлек ир һәләк булды: ул ҡыйыҡтан ҡолап төшкән һәм ҡар аҫтында ҡалған.

Ҡәҙерле дуҫтар! Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, йорттоң ҡыйығын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу айырыуса хәүефле эштәргә инә һәм хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе талап итә. Бейеклектә эшләгәндә тейешле һаҡланыу сараһын күреү мотлаҡ.

Бина ҡыйығынан ҡар таҙартҡанда эш урынын ҡамап кәртәләп билдәләргә һәм үтеп барыусыларҙы хәүеф тураһында иҫкәртә алған кәмендә бер кешене ҡуйырға кәрәклеге тураһында онотмағыҙ. Туранан-тура уларҙың төшөү урынында тороп, ҡар һәм боҙ төшөүенә булышлыҡ итеү ҙә ғүмер өсөн хәүефле.

Фажиғәгә юл ҡуймау өсөн ҡыйығынан ҡар төшөүе ихтимал булған биналарға яҡын бармағыҙ, автомобилде уның эргәһенә ҡуймағыҙ. Балаларға ҡар төшөү ихтималлығы булған хәүефле урындарҙа уйнарға рөхсәт итмәгеҙ!

Йорт ҡыйыҡтарында йәки балкон япмаларында эленеп торған боҙ йәки ҡарҙы күрһәгеҙ, “112” мобиль ҡушымтаһын ҡулланығыҙ. Бының өсөн бинаның аныҡ адресын күрһәтергә; мөрәжәғәттең сәбәбен аңлатырға; фото йәки видео материал беркетеп, шылтыратыуҙы раҫларға кәрәк. Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ! – тип иҫкәртә Фәрит Ғүмәров.

Фото: web-telegramm.org

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: