Кибералдаҡсыларҙы асыҡлау һәм уларға ҡаршы көрәшеү өсөн тәғәйенләнгән “Мошеловка” платформаһы координаторы Евгения Лазарева мессенджерҙан файҙаланыусыларға АҠШ менән Канаданың телефон кодтары күрһәтелгән номерҙарҙан алдаҡсылар шылтыратыуы тураһында иҫкәртә.
Уның әйтеүенсә, йыл башында платформа белгестәре популяр мессенджерҙарҙа ошондай шылтыратыуҙар һанының ҡырҡа артыуын теркәгән. Алдаҡсылар дәүләт органдарынан мөһим мәғлүмәт ебәреү хаҡында белдерә һәм ҡорбандарын “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан йәки финанс маркетплейстарынан СМС кодтарын әйтергә мәжбүр итә. “Кодты белеү менән улар кешенең профилен асыҡлай һәм, сервис мөмкинлектәрен файҙаланып, уның исеменән кредитҡа ғариза бирә”, – ти “Мошеловка”ның координаторы.
Платформаның һәм асыҡ сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әле илебеҙҙә тиҫтәләрсә кеше ошо алдаҡсыларҙың ҡорбаны булған. Ләкин, белгестәр билдәләүенсә, алданғандар һаны байтаҡҡа юғарыраҡ. Лазарева шулай уҡ мутлашыусыларҙың мессенджерға шылтыратыуына баҫым яһаны, был уларға ялған номерҙар технологияһына ҡаршы көрәшкән Рәсәй элемтә операторҙарының сикләү ғәмәлдәрен урап үтергә мөмкинлек бирә.
Күптән түгел “Роскомнадзор” үҙенең исеменән ялған белдереү таратыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Белгестәр иҫкәртеүенсә, бындай хаттар зарарлы һылтанмаларҙы һәм ҡушымталарҙы үҙ эсенә алыуы ихтимал.
Telegram каналынан файҙаланыусыларҙы ла профилде ҡулланыу мөмкинлеген биргән алдаҡсы алымдар хаҡында иҫкәрттеләр. Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры Павел Терлянский әйтеүенсә, мутлашыусылар ҡайһы берҙә мессенджерҙан файҙаланыусыға “Белдереү” тигән ялған профилдән дә яҙалар.
Маргарита ЩИГАРЕВА