Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән берлектә “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын әҙерләй.
Был закон проекты балалар һәм үҫмерҙәр араһында “чайлдфри” тәғлимәтен таратыуҙы тыйыу маҡсатын ҡуя. Документты Рәсәйҙең закон сығарыусылар советы раҫлағайны инде. Уны Рәсәй Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты ла концептуаль йәһәттән яҡлап сыҡты. Шул уҡ ваҡытта ил парламенты вәкилдәре “бала табыуҙан ирекле баш тартыу” һәм “балаһыҙлыҡ тәғлимәте” тигән төшөнсәләрҙе аныҡлауҙы һораған.
Тәбиғи, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проектын бөтә алынған иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып камиллаштырасаҡ.
“Чайлдфри” тәғлимәте беҙгә, билдәле булыуынса, Көнбайыштан килеп инде һәм хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ йәштәре араһында йылдан-йыл нығыраҡ тарала бара. Ул кешенең йәшәү мәғәнәһен фәҡәт шәхси ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә генә ҡайтарып ҡалдыра. Һәр саҡ байрам кәйефендә йәшәү һәм бала тәрбиәләү “мәшәҡәттәренән” азат булыу теләге әле етлегеп етмәгән балалар аңы өсөн айырыуса зарарлы. Тәнҡит аша ҡабул итеүгә әле һәләтле булмағанлыҡтан, уларҙың киләсәккә лә боҙоҡ маҡсаттар ҡуйыуы бик ихтимал. Был иһә илебеҙҙең традицион ғаилә ҡиммәттәренә, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға нигеҙләнгән дәүләт сәйәсәтенә ҡаршы килә.
Дәүләт Думаһы депутаты, Мәғариф буйынса комитет ағзаһы Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индергәндән алып тәҡдимдең көнүҙәклеге арта ғына төштө.
– Был арала традицион ҡиммәттәрҙе яҡлауға ҡараш та аныҡлана төштө һәм эҙмә-эҙлеклерәк була бара, – ти Эльвира Ринат ҡыҙы. – Традицион булмаған мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы тыйыу көсәйҙе. Рәсәй Президентының “Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен яҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау тураһында”ғы Указы ҡабул ителде. Тәҡдим ителгән закон проекты концепцияһы дәүләттең мәғлүмәт сәйәсәтенә тулыһынса тап килә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН