Бөгөн төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфөлә Минһажев урамында янғын сығыуы тураһында мәғлүмәт килә. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр бара.
Ҡотҡарыусылар килеп еткән саҡта алтыға һигеҙ үлсәмле торлаҡ йортт ут ялмап алған була. Шулай уҡ уттың артабан таралыу хәүефе лә барлыҡҡа килә. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала эш итеп, уны һүндереүгә һәм артабан ебәрмәүгә өлгәшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәр араһында ике кешенең кәүҙәһе табыла. Табиптар уларҙың үлгәнен раҫлай. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Көтмәгәндә, был хәлдең дауамы ла билдәле булды. Баҡһаң, һәләк булған кешеләрҙең эте ҡалған. Уны битараф булмаған кешеләр янған йорттоң тупһаһында күреп ҡалған. Мәхлүк нимә булғанын аңланымы икән, ул ҡалтырай һәм олой, тиҙәр.
Әйткәндәй, һәләк булғандарҙың был эттән башҡа бер нисә бесәйе лә булған, улар ҙа янған йорттан сығып ҡасып өлгөргән. Әле күршеләре йорт хайуандарын ҡайҙа ебәрергә хәл итә. Яңы хужа тапҡансы уларҙы ашатып, ҡарап торасаҡтар.
Фото: utv.ru