«Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы хәбәр итеүенсә, Силәбе өлкәһендә М- 5 "Урал" трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнгән.
Бында пассажир автобустары, маршрут һәм пассажир таксиҙары, Силәбе өлкәһе сигенән Сыбаркүл ҡалаһына юл тармағына тиклем йөк машиналары хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелгән. Шул сәбәпле водителдәргә әлеге йүнәлештә йөрөүҙе кисектереп торорға кәңәш ителә.
Сәбәбе: көслө ел, буран, күпләп ҡар яуыуы, күҙ күреме ерҙең сикләнгән булыуы.
Епшек ҡар, буран, боҙлауыҡ, күреү араһының сикләнеү сәбәпле шулай уҡ 1 мартта киске 11-ҙән алып Өфө – Инйәр – Белорет юлында ауыр йөк машиналары, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары йөрөүенә ваҡытлыса сикләү һалына. Хәрәкәт рөхсәт ителеүҙең яҡынса ваҡыты – иртәгә, 2 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙә (насар һауа шарттары дауам итеүгә йә көндөң рәтләнеүенә ҡарап, хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү ваҡытының үҙгәреүе лә ихтимал).
Белорет районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренә ҡарағанда, сикләү Архангел районы сигенән башланып Сермән ауылына ҡәҙәр ерҙе биләй.
Фото: vk.com/beloradm
Фотола: көслө ҡар яуған ваҡытта юлға сыҡмай тороу хәйерле.