Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙғарылған газ тәьминәтенә бәйле тематик брифингта Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин төтөн һәм елләтеү юлдарын тикшереү барышы тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, әле белгестәр күп фатирлы йорттарҙағы елләтеү селтәрен һәм төтөн юлдарын тәртиптә тотоу йәһәтенән тикшереүҙәр үткәрә. Етешһеҙлектәр асыҡланһа, дәүләт комитеты идарасы ойошмаларға ҡарата административ сара күрә, административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөй. Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, ойошмаларға һалынған штраф күләме – 250 мең, вазифалы кешеләргә 50 мең һумдан башлана.
Фото: belinskij.pnzreg.ru