Республикабыҙҙа һауа торошо хөртәйеүе сәбәпле (ҡар, епшек ҡар, буран, боҙлауыҡ, күреү араһының сикләнеүе), 1 мартта киске 11-ҙән алып Өфө – Инйәр – Белорет юлында ауыр йөк машиналары, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары йөрөүенә ваҡытлыса сикләү һалына.
Хәрәкәт рөхсәт ителеүҙең яҡынса ваҡыты – 2 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙә (насар һауа шарттары дауам итеүгә йә көндөң рәтләнеүенә ҡарап, хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү ваҡытының үҙгәреүе лә ихтимал).
Белорет районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренә ҡарағанда, сикләү Архангел районы сигенән башланып, Сермән ауылына ҡәҙәр ерҙе биләй.
Фото: vk.com/beloradm