Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Март 2023, 17:00

“Мин уны ғәфү иттем”

Әсә менән баланы тапатҡан ҡатынға суд эше дауам итә

“Мин уны ғәфү иттем”
“Мин уны ғәфү иттем”

Былтыр йәй Өфөлә Софья Перовская менән Аврора урамдары киҫелешкән урында ҡурҡыныс авария теркәлде. “Ниссан” автомобиленә идара иткән йәш әсә Дарья Сорокина юлды светофорҙың йәшел төҫөнә үтеп барған кешеләрҙе тапатты. Һөҙөмтәлә 39 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек улы урында йән бирҙе.

Был йәмғиәттә ҙур тауыш тыуҙырған авария буйынса октябрь айында суд ҡарар сығарҙы: 28 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше туҡтатылды, сөнки яҡтар үҙ-ара килешкән ине. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, яҡтар: ғәйепле ҡатын һәм һәләк булған ҡатындың ире килешкән. Дарья Сорокина ҡатынын һәм балаһын юғалтҡан иргә 2,4 миллион һум аҡса түләгән. Ул саҡта ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтынан сығарҙылар. Әммә дәүләт ғәйепләүсеһе аппеляция тәртибендә был ҡарарға ялыу бирә. Республиканың Юғары суды бының менән килешә һәм эште яңынан ҡарауға ебәрә.

Һәм бына бөгөн Киров районы судында был эш буйынса йәнә ултырыш булды. Яҡтарҙың ярашыуы сәбәпле енәйәт эшен туҡтатыу тураһында үтенес ҡағыҙы ҡәнәғәтләндерелмәй ҡалды һәм 9 мартҡа яңы ултырыш тәғәйенләнде. Дарьяға шартлы рәүештә яза биреү ҙә, шул уҡ ваҡытта реаль срок та янауы ихтимал. Ултырыш ябыҡ килеш үтте.

Ә был ваҡытта балаһы менән ҡатынын юғалтҡан ир “Честно говоря” тапшырыу журналисы менән аралашҡан һәм уға ҡарата дәғүәләре булмауын әйткән.

“Мин уға яза булыуын теләмәйем. Был бәхетһеҙ осраҡ, авария яңылышлыҡ менән килеп сыҡҡан. Мин үҙем дә водитель, барыһын да аңлайым. Мин уны ғәфү иттем”, – тигән.

Фото: "Честно говоря". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: