Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Март 2023, 18:00

Ике бала менән ҡатынды тапатҡандар

Водитель иҫерек булған... 

Ике бала менән ҡатынды тапатҡандар
Ике бала менән ҡатынды тапатҡандар

Кисә тәүлек эсендә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ун кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Был турала үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында булған авария саҡ ҙур фажиғәгә килтермәгән. Машина киске унда йәйәүлеләрҙе тапатҡан. Юлда 51 йәшлек ҡатын менән ике бала китеп барған. Уларҙы “Фольксваген Поло” машинаһы руле артында ултырған 42 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе бәрҙерә. Һөҙөмтәлә ҡатын һәм ун йәшлек бала йәрәхәттәр ала. Ә водителдең иҫерек булғаны асыҡлана. Әле тикшереү башланған.

“Хөрмәтле водителдәр, эскән килеш руль артына ултырған саҡта һеҙ үҙегеҙҙе генә түгел, ә юлдағы башҡа кешеләрҙе лә хәүефкә дусар итәһегеҙ. Йәйәүлеләргә иһә ҡараңғы ваҡытта юлда айырыуса иғтибарлы булырға, яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булған кейем файҙаланырға саҡырам. Бөтәгеҙҙең дә юлдары хәйерле булһын”, – тип яҙҙы Владимир Севастьянов.

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: