Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Март 2023, 15:30

Һуң хәбәр иткәндәр...

Мунсала ике кеше һәләк булған. Ә йортонда бабай үлгән. 

Һуң хәбәр иткәндәр...
Һуң хәбәр иткәндәр...

Бөгөн төндә Өфө районының Осоргино ауылында урынлашҡан мунсала янғын сыға. Был туралағы хәбәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына төнгө 3.40 сәғәттә килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын тураһындағы хәбәр ҡотҡарыусыларға һуң килеп етә. Шуға күрә янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта мунсаны тулыһынса ут ялмап алған була. Алтыға туғыҙ үлсәмле мунсанан тыш янындағы йорттоң ҡыйығы һәм айырым торған беседка ла яна башлаған була.

Янғын һүндереүселәр шунда уҡ эшкә тотона һәм дөйөм майҙаны 66 квадрат метрҙа утты һүндерә. Үкенесле, урында ике кеше кәүҙәһе табыла. Әле уларҙың кемлеге асыҡланмаған. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар янғындың сәбәптәрен тикшерә.

Тағы бер төнгө янғын Кушнаренко районындағы Үрге Сәйет ауылында сыға. Ут тораҡ йорт менән мунсаға зыян килтерә. Бында ла ҡорбанһыҙ үтмәй, емереклектәр араһында 1947 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: