Ағымдағы йылдың 15 мартында Ырымбур өлкә суды (Орск ҡалаһында) һуңғы йылдарҙа төбәктәге иң ҡурҡыныс һәм ҡанһыҙлығы менән хайран иткән енәйәткә нөктә ҡуясаҡ.
Хөкөм ителеүсе – 29 йәшлек Александр Лазарев, ул Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы көсләүҙә һәм вәхшиҙәрсә үлтереүҙә ғәйепләнә.
Был енәйәт 2021 йылдың 30 сентябрендә ҡылынған. Иртән күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәгән кешеләр ихатала ҡыҙ мәйетенә тап булған, беренсе ҡаттағы фатирҙа тағы ла ике ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһе табылған.
Мәғлүм булыуынса, был ҡыҙҙар – беҙҙең яҡташтар, улар Башҡортостандан күрше өлкәгә медицина колледжында белем алыу өсөн барған. Был йортта улар ҡуртымға фатир алып йәшәгән.
Ҡыҙҙар Лазаревтың – осраҡлы ҡорбандары. Был әҙәм аҡтығы бығаса ла кеше үлтереп төрмәлә ултырған, башҡа енәйәттәр ҙә ҡылған. Бер нисә ай иректә йөрөгән вәхши кис уҡыуҙан ҡайтып, кухняла өҫтәл артында ултырған ҡыҙҙарҙы үтеп барышлай тәҙрә аша күргән һәм төнөн фатирға баҫып ингән. Тәфтишселәр билдәләүенсә, фатир ишеген ҡыҙҙар төнөн бикләргә онотҡан.
Лазарев ҡыҙҙарҙың ғүмерен өҙгәндән һуң ҡасып киткән, уны бер нисә көндән икенсе ҡалала тотҡандар.
Тәфтишселәр унан һорау алғанда Лазарев йыш ҡына ауыр бала сағына зарланған, үҫмер сағынан үҙ йүнен үҙе күргән һәм бар донъяға асыу тотоп йәшәгән. Хатта бер мәл ул тәфтишселәргә: “Әлдә тоттоғоҙ әле, юғиһә үҙ уйҙарымдан үҙемә ҡурҡыныс”, - тип белдергән.
Тиҙҙән, 15 мартта, вәхшигә хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Прокуратура ҡанһыҙ енәйәтсене ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына оҙатыуҙы талап итә.
Фото: “Комсомольская правда”.