Бөгөн төндә Хәйбулла районында ҙур янғын теркәлгән. Тәбиғәттең матур ҡосағында, йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерында янғын сығыуы тураһында хәбәр алынған. Был турала Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәфихәһендә хәбәр итә.
«Хөрмәтле хәйбуллалар! Районда ҡот осҡос янғын сыҡты. Бөгөн төндә «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерының йоҡо корпустары тулыһынса янып бөттө. Янғын сәбәбе асыҡлана. Янғын - ул һәр ваҡыт бәлә. Янғын бер кемде лә һәм бер нәмәне лә аямай. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ,»- тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Асыҡ сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда лагерҙа йоҡо корпустарының ҡыйығы һәм фасады ремонтланған.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.