Ишембай ҡалаһының 9-сы балалар баҡсаһында өс йәшлек бала аяғы менән йылылыҡ батареяһына ҡыҫыла. Бер аҙҙан сабый батареяға һуға башлай, ҡысҡыра, әммә уны ишетеүсе табылмай, киреһенсә, батареяны дөмбәҫләмәҫкә ҡушалар. Асырғанып ҡысҡыра башлағас ҡына, уға иғтибар итәләр. Һөҙөмтәлә баланың аяғы бешә.
Баланың әсәһе“Башинформ”ға белдереүенсә, тәрбиәсе баланың эргәһенә килеп тә аяғын тартып сығара алмаған, һөҙөмтәлә тағы ла нығыраҡ механик йәрәхәтләнеүгә килтергәндәр, аяғы иткә тиклем бешкән. Ләкин йәнә иғтибар итмәгәндәр, бала нисек илаған шул килеш йөрөй биргән. Малайҙың ҡысҡырып һыҡтауына мөдир ингән һәм ул үҙе салбарын күтәреп яралы аяғын күрһәткән.
Һөҙөмтәлә сабыйҙы тиҙ арала Стәрлетамаҡтың тән бешеү үҙәгенә алып китәләр һәм дөйөм наркоз менән операция яһайҙар. Хәҙер тағы бер операция талап ителә.
“Наркоздан һуң сабый тағы ла нығыраҡ ярһыуға әйләнде, ауыр кисерҙе, илай. Улар быны бәхетһеҙ осраҡ тип иҫәпләй. Бер кем дә ғәйепле түгел, бары тик баланың үҙе генә тиҙәр”, - ти малайҙың әсәһе Ольга Иванова.
“Пациент аутодермопластикаға (тирене күсереп ултыртыуға - ред. иҫкәрмәһе) әҙерләнә”, - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Ишембай районы хакимиәтендә был хәлде кире ҡаҡмайҙар. Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балаға тәүге ярҙам мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы шәфҡәт туташы менән тулы күләмдә күрһәтелгән. Ә балалар баҡсаһының бөтә персоналы менән аңлатыу эштәре алып барылған.
“Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һәм хакимиәте үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Тәрбиәсегә һәм мөдиргә вазифа бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн дисциплинар яза бирелде. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән пландан тыш инструктаж үткәрелде”, - тип хәбәр иткәндәр «Башинформ» агентлығына хакимиәттә.
«Район-ара прокуратура мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мөдиренә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.57-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса административ эш ҡуҙғатты (белем биреүгә хоҡуҡ боҙоу һәм белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын биреү тураһында ҡануниәттә ҡаралған хоҡуҡтарын боҙоу), шулай уҡ уның исеменә артабан ошондай факттарға юл ҡуймау буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеү һәм ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу талабы менән күрһәтмә индерҙе», - тиелә күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте белдереүендә. Башҡортостандың Тәфтиш комитетында ла тикшереү уҙғарыу хаҡында хәбәр иткәндәр. Тәфтишселәр зыян күргән малайҙан һәм уның ата-әсәһенән, балалар баҡсаһы шәхесенән һорау алырға, шулай уҡ баланың һаулығына килтерелгән зыяндың күләмен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрергә ниәтләй. Тикшереү барышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Әгәр ҙә малайҙың ҡысҡырыуына шунда уҡ иғтибар итһәләр, уның хәле шул тиклем ауыр булмаҫ ине. Меҫкен сабый аяғының әрнеүенә нисек түҙгәндер инде...
Фото: "Башинформ".