Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Март 2023, 19:00

"Ғүмере буйы ултырһа ла, ғәйебен юя алмаҫ..."

Дүрт ҡыҙҙы тапап үлтергән егеткә ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде. 

"Ғүмере буйы ултырһа ла, ғәйебен юя алмаҫ..."
"Ғүмере буйы ултырһа ла, ғәйебен юя алмаҫ..."

Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды дүрт ҡыҙҙы тапатып үлтергән Марс Ғөзәйеровҡа хөкөм ҡарарын иғлан итте.

Был хәл былтыр 18 июлдә булғайны. Иҫерек егет "Ауди А5" машинаһына идара итеп, тиҙлекте арттыра һәм юл ситенән китеп барған дүрт ҡыҙҙы бәрҙерә. Уларҙың бөтәһе лә урында йән бирә.

Судья, бөтә яҡтарҙың фекерҙәрен тыңлап, ғәйепләнеүсене 11 йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға тигән ҡарар ҡабул итте. Әхлаҡи компенсация өлөшөндә беренсе инстанциялағы суд ҡарары үҙ көсөндә ҡалды. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда суд, дәүләт ғәйепләнеүсенең позицияһын иҫәпкә алып, ғәйепләнеүсене өс йылға транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 13 йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты һәм һәр зыян күреүсе файҙаһына 1 миллион һум аҡса түләтте.

Быға тиклем Ғөзәйеровтың адвокаты яза үтеү урынын дөйөм режимлынан колония-поселениеға үҙгәртеүҙе һәм компенсация күләмен кәметеүҙе һорағайны. Яҡлаусылар уйлауынса, тәүге ҡарар бик ҡаты булған, йәнәһе, суд егеттең ғәйебен таныуын һәм хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алмаған.

Ә бына йәш кенә балаларын юғалтҡан ата-әсә фекере буйынса, иҫерек килеш руль артына ултырып, дүрт ҡыҙҙың башына еткән әҙәм ғүмер буйы ултырһа ла, әҙ булыр ине.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

"Ғүмере буйы ултырһа ла, ғәйебен юя алмаҫ..."
"Ғүмере буйы ултырһа ла, ғәйебен юя алмаҫ..."
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: