Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Ҡыйғы, Кушнаренко райондарында кеше ғүмерҙәрен алып киткән янғындар теркәлгән.
Ҡыйғы районының Алағуз ауылында янғын тураһында хәбәр булыу менән Абзай һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәләренән ирекле янғын һүндереүселәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре килә.
"Ҡыҙыл әтәс" 7х8 метр ҙурлығындағы йортто ялмап алған була. Утты 30 минут эсендә һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында 1959 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана.
Шулай уҡ төндә Кушнаренко районы биләмәһендәге “Стрела” баҡса ширҡәтендә баҡса йорто янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килгәндә 5х6 метр ҙурлығындағы йорт янған була. Утты һүндергән саҡта 12 йәшлек бала (2011 йылғы) һәм 1973 йылғы ҡатын кәүҙәһе табыла. Шулай уҡ тәне янған 1988 йылғы ирҙе Өфө дауаханаһына алып киткәндәр. Был янғын урынында ла тәртип һаҡлау органдары эшләй.
9 мартта төндә Учалы районының Юлдаш ауылында булған янғында 8х8 метр ҙурлығында йорт һәм йәйге өй янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыусылар йортто һүндергәндә өлкән йәштәге ике кешенең кәүҙәһен тапҡан.
6 мартҡа ҡарата Башҡортостанда 932 янғын теркәлгән һәм уларҙа 65 кеше һәләк булған һәм тағы ла 45-е йәрәхәттәр алған. 4-5 мартта утта алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Үлемесле янғындар Өфө, Баймаҡ, Мәсетле, Кушнаренко райондарында теркәлгән.
Аяныслы өҙөлгән ғүмер - оло фажиғә. Яҡындары өсөн был - ауыр юғалтыу. Йөрәк һыҙланыуҙары аша шундай уҡ һорау яңғырай: “Ни өсөн ул беҙҙең менән булды һәм быға юл ҡуймаҫҡа мөмкин инеме?”
Әгәр фажиғә булырын алдан белгән булһалар, бер розеткаға күп ҡулайламаны тоташтырмаҫтар, йылытҡысты төнгөлөккә һүндерерҙәр, түшәктә тәмәке тартмаҫтар, мейесте ҡыҙыу яҡмаҫтар ине. Тик был һуңлаған үкенестәр...
Ошо хәлгә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк. Онотмағыҙ: ябай ғына етешһеҙлек, битарафлыҡ ҙур бәләгә килтереүе ихтимал.
Был фажиғәле хәлдәр тураһында ишеткән һайын "Кешеләр тереләй янып үлер заманмы ни?" тигән һорау тыуа...
Фото: @mchsrb