Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн, 12 мартта, төнөн Иглин районы Ауструм ауылында шәхси таҡта ярыу цехында янғын сыҡҡан.
Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр вагон етештереү буйынса ике ҡатлы цехтың эсендә ут сығыуын асыҡлаған. 10х18 метрлыҡ биналағы уттың күрше бинаға күсеүе ихтимал булған.
"Ике ҡатлы цех эсендә ҡоторған уттың күрше биналарға күсеүен тотҡарлар өсөн объектта булған техника ярҙамында бысҡы вағы һәм башҡа тиҙ яна торған материалдарҙы ситкә алып өлгөргәндәр. Янғын һүндереү подразделениеларының берҙәм көсө менән 180 квадрат метр майҙанда ут һүндерелде", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Бәхеткә күрә, зыян күргәндәр юҡ. Утты һүндереүгә 25 кеше һәм һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, янғын һынау лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ут сығыу осраҡтары кәмемәй. Үткән тәүлектә ун техноген янғын сыҡҡан, уларҙың етәүһе - шәхси секторҙа. Шул иҫәптән Әлшәй, Әбйәлил райондарында, Өфөлә йорттар, Көйөргәҙелә - мәсет, Йәрмәкәй районында мунса янған.
Ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ".