Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Март 2023, 09:30

Юлда китеп барған автомобилдәрҙе ҡар баҫҡан...

Был ваҡиғаның шаһиттары әйтеүенсә...

Юлда китеп барған автомобилдәрҙе ҡар баҫҡан...
Юлда китеп барған автомобилдәрҙе ҡар баҫҡан...

10 мартта кис Өфө ҡалаһының Цюрупа урамы буйлап китеп барған автомобилдәргә ҡар шыуып төшкән. Был хәл “Уфанет” күҙәтеү камераһына эләккән.

Видеояҙмала күренеүенсә, автомобилдәр светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтай. Шул мәлдә юл буйындағы йорттоң ҡыйығынан ҡар шыуып төшә һәм ике автомобилде күмә. Ваҡиғаны күреүселәр әйтеүенсә, алдағы машина зыян күргән. Ошо мәлдә автомобилдәге кешеләр нимә кисерҙе икән? Уйламаған ерҙә шундай бәләгә тары әле!

Көндәр йылыуға бәйле йорт ҡыйыҡтарынан ҡар шыуып төшөү хәүефе ҡырҡа артты. Шуға ла ҡар, боҙ төшөү хәүефе янаған урындарҙан йыраҡ булығыҙ, йорттар, биналар эргәһенә яҡын бармағыҙ.

Видео: "Уфанет", фото: видеояҙманан скриншот.

Юлда китеп барған автомобилдәрҙе ҡар баҫҡан...
Юлда китеп барған автомобилдәрҙе ҡар баҫҡан...
Юлда китеп барған автомобилдәрҙе ҡар баҫҡан...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: