

Бөгөн социаль селтәрҙә Өфө ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән "Әр-Рәхим" мәсете манараһының бер көмбәҙенең емерелеп төшөүе хаҡындағы видеояҙма бар халыҡты борсомай ҡалмағандыр.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығында "Әр-Рәхим" мәсете манараһының көмбәҙен ел алып бәреүе тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына шунда уҡ Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының оператив төркөмө ебәрелә. Улар хәбәр итеүенсә, бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәгән, бина эргәһендәге 70 квадрат метр майҙандағы төҙөлөш баҫмалары емерелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Көслө ел көмбәҙҙе алып ырғытҡанмы, әллә башҡа сәбәптәр арҡаһында ул емерелгәнме, тикшереү бөткәс, барыһы ла асыҡланыр.
Фото: "Башинформ".