Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Март 2023, 22:30

Өс ҡыҙҙы үлтергән вәхшигә хөкөм ҡарары сығарылды

Бөгөн Ырымбур өлкә суды (Орск ҡалаһында) һуңғы йылдарҙа төбәктәге иң ҡурҡыныс һәм ҡанһыҙлығы менән тетрәткән енәйәткә нөктә ҡуйҙы. Психик сирле булып ҡыланған енәйәтсе, асыҡланыуынса...

Өс ҡыҙҙы үлтергән вәхшигә хөкөм ҡарары сығарылды
Өс ҡыҙҙы үлтергән вәхшигә хөкөм ҡарары сығарылды

Бөгөн Ырымбур өлкә суды (Орск ҡалаһында) һуңғы йылдарҙа төбәктәге иң ҡурҡыныс һәм ҡанһыҙлығы менән тетрәткән енәйәткә нөктә ҡуйҙы.

Хөкөм ителеүсе – 29 йәшлек Александр Лазарев, ул Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы көсләүҙә һәм вәхшиҙәрсә үлтереүҙә ғәйепләнә.

2021 йылдың 30 сентябрендә ҡылынған енәйәттә вәхши ҡулынан һәләк булған ҡыҙҙар – беҙҙең яҡташтар, улар Башҡортостандан күрше өлкәгә медицина колледжында белем алыу өсөн барған.

Ҡыҙҙар Лазаревтың – осраҡлы ҡорбандары. Был әҙәм аҡтығы бығаса ла кеше үлтереп төрмәлә ултырған, башҡа енәйәттәр ҙә ҡылған. Бер нисә ай иректә йөрөгән вәхши кис уҡыуҙан ҡайтып, кухняла өҫтәл артында ултырған ҡыҙҙарҙы үтеп барышлай тәҙрә аша күргән һәм төнөн фатирға баҫып ингән. Тәфтишселәр билдәләүенсә, фатир ишеген ҡыҙҙар төнөн бикләргә онотҡан.

Лазарев ҡыҙҙарҙың ғүмерен өҙгәндән һуң ҡасып киткән, уны бер нисә көндән икенсе ҡалала тотҡандар. Тәфтишселәр унан һорау алғанда Лазарев йыш ҡына ауыр бала сағына зарланған, үҫмер сағынан үҙ йүнен үҙе күргән һәм бар донъяға асыу тотоп йәшәгән. Хатта бер мәл ул тәфтишселәргә: “Әлдә тоттоғоҙ әле, юғиһә үҙ уйҙарымдан үҙемә ҡурҡыныс”, - тип белдергән.

Бөгөн судта иһә маньяк ҡылынған енәйәткә бер ниндәй ҙә үкенес белдермәгән, тәүбәгә лә килмәгән. Судҡа тиклем дә ауырыуға һалышырға маташыуы, шул иҫәптән психик сирле булып ҡыланыуы  билдәле.  Лазаревты бер нисә айға Мәскәүгә, Сербский исемендәге институтҡа ебәргәндәр, әммә белгестәр, енәйәтсе ҡыҙҙарға ҡарата аяуһыҙ енәйәт ҡылғанда ул ҡылығы өсөн тулыһынса яуап биргән, тигән һығымта яһаған.

Лазарев  кеше үлтереүҙә, көсләүҙә, фатирға ут төртөүҙә һәм автомобилде ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнә, шулай уҡ хәлен ҡатмарлаштырыусы башҡа ғәмәлдәр ҙә бар.  Ошоларҙы иҫәпкә алып,  бөгөн Ырымбур өлкә суды  Александр Лазаревты ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған. Ул дөйөм режимлы колонияға оҙатыласаҡ.

Был эш буйынса дәүләт ғәйепләүсеһе булып өлкә прокуроры Руслан Медведев сығыш яһаған. Был эште алып барған тәфтишсе лә суд ҡарарын хуплауын йәшермәй, сөнки тәжрибә күрһәтеүенсә, сериялы маньяктар, ғәҙәттә, иреккә сыҡҡандан һуң енәйәт ҡылыуын дауам итә.

 

Фото: “Комсомольская правда”.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: