Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Март 2023, 14:00

Сабый өс тәүлек буйы үлгән әсәһе янында ятҡан...

Ике йәшлек ағаһы: "Әсәйем йоҡлай", - ти ҙә илап ебәрә. Инеп ҡараһалар...

Сабый өс тәүлек буйы үлгән әсәһе янында ятҡан...
Сабый өс тәүлек буйы үлгән әсәһе янында ятҡан...

Был ҡот осҡос хәл кисә Екатеринбург ҡалаһында булған. Бер фатирҙа ир менән ҡатындың үле кәүҙәһе табылған, ә улар янында ике бәләкәй бала булған.

Был турала e1.ru баҫмаһы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, ҡаланың Эльмаш урамындағы бер бүлмәле фатирҙы был ғаилә бер нисә ай элек ҡуртымға алған. Күршеләре әйтеүенсә, уларға 30 йәштәр самаһы.

Ҡатын кеше Белояр районынан, ул ике балаһы менән декрет ялында булған. Сабыйҙарҙың береһенә ике йәш, икенсеһенә өс ай. Ире иһә - Башҡортостан кешеһе, заводта эшләгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул ҡасандыр хөкөм ителгән, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Бер көн был ғаилә аҫтағы күршеләрен "батыра" башлай. Һыуҙы ябалар, әммә фатирҙың ишеген асыусы булмай. Туҡылдатҡан саҡта балалар илауын ишетеп ҡалалар. Урынға уларҙың туған кешеһе саҡырыла, уның әйтеүенсә, үткән йәкшәмбенән бирле ғаилә бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған булған.

Был инәй ишек аша бәләкәй малай менән һөйләшә. Ул “Әсәйем йоҡлай” ти ҙә илап ебәрә.

Ишекте емереп асҡас, ҡот осҡос күренешкә шаһит булалар: малай коридорҙа булған, өс айлыҡ ҡыҙ диванда әсәһе янында ятҡан. Ә ҡатын менән ир был ваҡытҡа ҡарата өс көн элек үлгән булып сыға. Сабый, ашамағанлыҡтан, хәлһеҙләнеп бөткән.

Шаһиттар әйтеүенсә, фажиғә урынында порошок тапҡандар, мәйеттәрҙең ауыҙынан күбек килгән. Тәндәрендә йәрәхәт эҙҙәре табылмаған. Уларҙың ни сәбәпле һәләк булыуын суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ. Свердловск өлкәһе табиптары әйтеүенсә, әле балалар дауаханала, тотороҡло хәлдә, уларҙы туғандары алырға әҙер. Был эште тикшереү һәм нескәлектәрен асыҡлау дауам итә.

Фото: e1.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: