Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Март 2023, 13:00

"Улымды ҡотҡарығыҙ - ул йөрөй алмай..."

Ялбарып ҡысҡырған әсәнең тауышын ишетеп...

"Улымды ҡотҡарығыҙ - ул йөрөй алмай..."
"Улымды ҡотҡарығыҙ - ул йөрөй алмай..."

Өфөлә Росгвардия офицеры Олег Г. инвалид ирҙең ғүмерен ҡотҡарған, тип яҙғандар "Моя Уфа / Новости" төркөмөндә.

Был көн Олегтың ялы була. Ихатаға сыҡҡан ир ялбарыу тауыштары ишетә, күршеләрҙең йортонан ҡуйы төтөн сыҡҡанын абайлай. Тиҙ генә ҡотҡарыусыларға шылтырата һалып, ике лә уйламай, ярҙамға ашыға. Ялбарып ҡысҡырған ҡатындан йортта йөрөй алмаған 41 йәшлек улы ҡалыуы хаҡында белеп ҡала ир.

Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡуйы төтөн тулы өйгә инә, уға ярҙамға битараф булмаған үтеп барыусы килә. Шулай итеп, икәүләп тауыш буйынса йүнәлеп, йөрөй алмаған ғәрипте эҙләп табалар һәм урамға сығаралар. Артабан уны "Ашығыс ярҙам" табиптарына тапшыралар, ә утты янғын һүндереүселәр килеп туҡтата.

Афарин, ҡыйыу офицер һәм кеше бәләһенә битараф булып үтеп китмәгән замандашыбыҙ! 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: