15 мартта Ҡариҙел районында Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлында 70 йәшлек ир идара иткән “ВАЗ-2115” автомобиле “Форд Маверик” автомобиле менән бәрелешә. Республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, “ВАЗ-2115” киҫелештә сит ил машинаһына юл бирмәгән.
Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге 65 йәшлек пассажир - водителдең ҡатыны алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған. Водителде дауаханаға оҙатҡандар. Мәғлүм булыуынса, медицина күҙәтеүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн был ирҙең водитель танытмаһын алған булғандар.
– Ҡәҙерле водителдәр, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, юл киҫелештәрендә хәүефһеҙ булыуына инанмайынса, хәрәкәт итеп, үҙегеҙҙе генә түгел, башҡа юл йөрөүселәрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбаны булмаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ һәм һаҡ булығыҙ. Хәүефһеҙ юлдар теләйбеҙ, – тип телеграм каналдағы сәхифәһендә яҙҙы республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов.
Иҫкәртәбеҙ: ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияларға юл ҡуймаҫ өсөн бөгөн һәм ял көндәрендә көсәйтелгән тәртиптә эшләй, рейдтарға сыға. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған, эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе асыҡлауға айырыуса иғтибар бирәсәк.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй.
Фото: @bash_gibdd яҙмаһынан скриншот.
.