Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, бөгөн иртән Баймаҡ ҡалаһының Цветаева урамындағы магазинда янғын сыға.
Федераль министрлыҡтың көс һәм саралары, Мерәҫ ауылы советының ирекле янғын һүндереү командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр шунда уҡ ваҡиға урынына юллана. "Ҡырҡ минут тирәһенән янғын туҡтатыла, тағы ла 20 минуттан тулыһынса һүндерелә. Зыян күргәндәр юҡ", - тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Был эшкә бөтәһе 23 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.
Әле янғын сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе тикшерә.
Көндәр йылыныу менән күптәр урам, ихата алдын ҡыйҙан таҙарта, сүп-сар яға. Ниндәй генә эштәр башҡарһағыҙ ҙа, янғын хәүефһеҙлеге тураһында онотмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ.
Фото: Дмитрий Фадеев.