Бөгөн Өфөлә булған юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кеше зыян күргән, шул иҫәптән өс бала.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙгө сәғәт дүрттә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 3-сө саҡрымында "Рено Логан" һәм "Ниссан Тирано" бәрелешкән. Һуңынан ошо йүнәлештә хәрәкәт иткән “КамАЗ” йөк автомобиле "Ниссан Тирано"ға барып төкөлгән.
Авария һөҙөмтәһендә “Ниссан Тирано”лағы водитель – 35 йәшлек ҡатын һәм уның өс, ете һәм 10 йәшлек өс балаһы йәрәхәтләнә. Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ваҡиғаларҙан башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һабаҡ алмай. Төбәк ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала, 13!-өнән 19 мартҡа тиклем, республика юлдарында 39 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа биш кеше һәләк булған, 37-һе йәрәхәтләнгән.
Шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 9 031 осрағы теркәлгән, 230 иҫерек водитель тотолған, шул иҫәптән 29-ы ҡабаттан эләккән. Балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 210 осрағын асыҡлаған, 133 осраҡта водителдәр ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, 221 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған, 267 осраҡта автомобилдә хәрәкәт иткән водителдәр йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгән.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ!
Фото: @bash_gibdd