Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Март 2023, 19:00

Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы

Ниндәй биләмәләр хәүеф аҫтында?

Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы
Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы

Рәсәй гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 21 – 29 мартта республикала уртаса һауа температураһы норманан 4-7 градусҡа юғары һауа торошо күҙәтеләсәк. Быға ярашлы республикала ҡарҙың тиҙ иреүе көтөлә, шуға йылғаларҙа боҙ ҡатламының артабан емерелеүе дауам итәсәк. 26 марттан 9 апрелгә тиклем дала йылғалары асылыуы көтөлә.

Ташҡын эҙемтәләрен кәметеү маҡсатында, граждандарға йортҡа яҡын биләмәләрҙән ҡарҙы ваҡытында алырға, канауҙарҙы, һыу ағыҙыу һәм һыу үткәргес торбаларҙы таҙартырға, ҡойма артына сүп-сар ташламаҫҡа һәм тәбиғи һыуҙы бысратырға юл ҡуймаҫҡа кәңәш ителә. Бөтә ҡиммәтле әйберҙәрҙе подвалдарҙан, келәттәрҙән алырға кәрәк. Эвакуацияланған осраҡта иң кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләгеҙ: документтар, аҡса, кейем, йыуыныу кәрәк-ярағы һәм дарыуҙар.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә тораҡ пункттарҙа торлаҡ йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе юҡ. Шулай ҙа, әгәр Өфө тирәһендә йылғаларҙа һыу ҡапыл күтәрелһә, бер нисә районда, ауылда һәм баҡса ширҡәттәрендә һыу баҫыу ихтималлығы бар.

Яҙғы ташҡын ваҡытында Өфөлә Ағиҙел йылғаһы янында урынлашҡан ошо баҡса ширҡәттәренә һыу инеүе бар – Козарез ҡасабаһы, Альбатрос. Һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал Дим йылғаһы янында – “Озон”, ә Өфө йылғаһы янында Инорс, Шакша һәм Максимовка биҫтәләрендә урынлашҡан баҡса ширҡәттәре. Ташҡын Юрмаш йылғаһы янындағы “Өфө аръяғы” баҡса ширҡәттәренә лә ҡағылыуы ихтимал.

Баш ҡаланың Кооператив яланы биҫтәһе, 3-сө пристань ҡасабаһы, Кузнецов затоны, Нижегородка һәм Затон биҫтәләре, шулай уҡ Өфөлә Серов урамы Ағиҙел йылғаһы баҫҡан урындарҙа урынлашҡан. Салауат Юлаев проспектында Ағиҙел йылғаһы аша күпер, Пугачев урамында Таш кисеү ҡулайламаһы һәм Галле округы урамында күпер (Затон күпере) тирәһендә һыу күтәрелеүе мөмкин.

Өфө йылғаһы ташыу ихтималлығы булған урында Дудкин ҡасабаһы һәм Пугачев слободаһы урынлашҡан. Дим йылғаһы һыуы Дим урмансылығы баҡса ширҡәтендә һәм Дим шоссеһында йылға аша күпергә сығыуы бар. Олокүл янында урынлашҡан Искин ҡасабаһы һәм Максимовка күле янында урынлашҡан Максимовка ҡасабаһында Фурманов һәм Чехов урамдарын һыу баҫыуы ихтимал.

Фото: : @mchsrb

Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы
Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы
Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы
Ташҡынға әҙерлекте алдан башлау яҡшы
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас