Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, бөгөн төндә Илеш районы биләмәһендәге Рсай - Янтуған автомобиль юлы буйында фажиғә теркәлгән.
Юл буйындағы бәләкәй тимер вагонда ут сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр уның янында илле йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан.
Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй, тип хәбәр ителә ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Ут менән һаҡ эш итегеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: вторая-жизнь-вещей.рф