Бөгөн, 23 мартта, Мәсетле районының Аҙнағол ауылында йәшәгән ғаиләләрҙең береһендә ҙур фажиғә булған.
Ҡар иреү арҡаһында барлыҡҡа килгән күләүектә дүрт йәшлек ҡыҙ бала батып үлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала йорто янында яңғыҙы ғына йөрөгән.
“Ниндәйҙер бер мәлдә ҡыҙыҡайҙың уйынсығы тәрән күләүеккә төшөп китә. Сабый уны үҙаллы алырға була, тик йығыла һәм сыға алмай һәләк була”, – тигәндәр “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына.
Әле был хәлгә асыҡлыҡ индерелә.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Яҙғы осор балалар өсөн айырыуса хәүефле. Уларҙың ирей башлаған боҙ өҫтөндә уйнауы ихтимал. Күренеүенсә, ҙур булмаған күләүектәр ҙә балалар өсөн ҡурҡыныс. Шуға күрә бер нәмә тураһында онотмағыҙ: бәләкәй балаларҙы бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото: smartik.ru