Алдан хәбәр итеүеҙсә, 23 мартта төнгө сәғәт берҙә Белорет районының Тирлән ауылында тетрәндергес юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 17 йәшлек егет атаһының машинаһында биш дуҫын йөрөтөргә була, әммә идараны юғалтып, ” УАЗ” автомобиленә барып бәрелә. Водитель һәләк булған, башҡа үҫмерҙәр ауыр хәлдә дауаханала ята.
Мәғлүм булыуынса, авария мәлендә 14 йәштәге өс ҡыҙ, 17 һәм 16 йәштәге ике үҫмер ғәҙәттәгесә үҙҙәренең компанияһында ваҡыт уҙғарған. Улар барыһы ла бер ауылдан һәм бер мәктәптә уҡыған, тик бер үҫмер былтыр мәктәпте тамамлап, колледжға уҡырға ингән.
"Уфа Комсомольская правда" (ufa.kp.ru) гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бирелгән яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер малайҙар көслө алкоголле эсемлектәр эскән, ҡыҙҙар градусы әҙерәк булғанын һайлаған. Эсеп батырайып киткәстәр, ауыл буйлап машинала йөрөргә булалар. 17 йәшлек үҫмер ата-әсәләре автомобиль асҡысын йәшермәүен әйтә, улар йоҡлағанда автомобилде алып, йөрөп килергә тәҡдим итә. Водитель танытмаһы булмаһа ла, ул быға тиклем дә автомобилдә йыш йөрөгән. Был хаҡта яҙмаларын социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә йыш уртаҡлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы “батырлығы” фажиғәле тамамлана...
Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2110” машинаһынан тимер өйөмө генә ҡалған, үҫмерҙәрҙе унан сығарыу өсөн махсус техника файҙаланырға тура килгән. Әле балалар ауыр йәрәхәттәр менән дауаханала ята, икәүһенең хәле ауыр.
Юл-транспорт ваҡиғаһына ҡатнашлығы булған “УАЗ”-дың водителе айныҡ булған. Әммә 28 йәшлек ир ҙә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, сөнки уның автомобиле тейешле тәртип буйынса теркәлмәгән булған.
Һәләк булған үҫмерҙең дуҫтары һәм таныштары был хәлгә шаңҡып ҡалған. “Беҙ бит һәр ваҡыт бергә булдыҡ, йәйҙе күңелле итеп үткәрергә хыялландыҡ”, “Ул үҙен “Мәңгелеккә йәш” тигән хәүефле статусы менән йөрөттө. Шулай килеп сыҡты ла, ышанғы ла килмәй” тип белдергән улар.
Был үлемесле авария буйынса “транспорт сараһы менән идара итеүсе кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтереүе” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
- Тәфтишсе тарафынан транспорт-трасология экспертизаһы тәғәйенләнде. Һәләк булған үҫмерҙең ниндәй хәлдә булғанын билдәләү өсөн химик-токсикологик тикшереүгә ҡаны алынған, - тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай уҡ енәйәт эшен тикшереүгә төбәк прокуратураһы ла ҡушылған. Авария урынына хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеген координациялау өсөн Белорет район-ара прокуроры Филүс Ғәйетҡолов үҙе барған. Күҙәтеү ведомствоһы үҫмерҙәрҙең ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү өсөн яуаплы урындағы органдарҙың эшмәкәрлеген тикшерергә ниәтләй. Тикшереү барышында балаларҙың ни өсөн төндә яңғыҙ йөрөүен һәм алкоголле эсемлектәр эсеүен асыҡлау бурысы ла тора.
Урындағы кешеләр әйтеүенсә, йәштәр, шулай уҡ бәлиғ булмағандар алкоголле эсемлектәр эскәндән һуң автомобилгә ултырып, ауыл буйлап йөрөй һәм башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. 23 мартта булған авария уның һөҙөмтәһе.
Әйтергә кәрәк, Тирлән ауылында булған фажиғәле хәлдән һәр ата-әсәй ҙә, башҡа яуаплы кешеләр ҙә һабаҡ алырға тейештер. Был бер ғаиләнең фажиғәһе генә түгел, ә йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгө сағылышы. Күп һорауҙар тыуа. Мәҫәлән, бәлиғ булмағандарға кем спиртлы эсемлек һатҡан һәм ул яуаплылыҡҡа тарттырылырмы? Төнгө сәғәт берҙә 14 йәшлек уҡыусылар ниңә өйҙә түгел, ә урамда йөрөй, ата-әсәләре нимә ҡараған? Йәғни был фажиғә ғаиләләге тәрбиә, бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр һатыу, водитель танытмаһы булмайынса автомобиль руленә ултырыу кеүек бер "өйөм" етешһеҙлектәрҙе асып һалды. Тимәк, әле был йүнәлештә эшләргә лә эшләргә.
Фото: @mchsrb